Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Пятница, 29.03.2024

Зайнаб Биишева биография на башкирском языке


Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы 1908 йылдың 15 ғинуарында Башҡортостандың Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында тыуған.

Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай. 1929—1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй. Уҡытыусылар квалификацияһын күтәреү курстарын тамамлағас (1931) — Башҡортостан китап нәшриәтенең һәм «Пионер» журналының мөхәррире. Был журналда уның беренсе хикәйәһе баҫылып сыға. «Партизан малай» исемле беренсе китабы 1942 йылда баҫыла.

1946 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

1951 йылдан — профессиональ яҙыусы.

60-лап китабы Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө телдәрендә нәшер ителә.

Башта ул балалар яҙыусыһы булараҡ таныла. Балалар өсөн хикәйәттәр, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә. «Дуҫ булайыҡ», «Көнһылыу», «Гөлъямал», «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар…» һымаҡ заман өсөн бик тә актуаль повестар яҙа. «Мөхәббәт һәм нәфрәт», «Нәҙер», «Тылсымлы ҡурай» исемле сәхнә әҫәрҙәре яҙа.

1996 йылдың 24 августында Өфө ҡалаһында вафат булған.

Иң билдәле ижад емештәре:
«Яҡтыға» трилогияһы
«Кәмһетелгәндәр» романы
«Оло Эйек буйында» романы
«Емеш» романы

Наградалары:
1968 йылда «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» романдары өсөн Салауат Юлаев исемендәге премия.
1968 йылда әҙәбиәт өлкәһендә күренекле хеҙмәттәре һәм ижтимағи эшмәкәрлеге өсөн «Почет Билдәһе» ордены, БАССР Юғары Советы Почет Грамотаһы.
1976 йылда икенсе тапҡыр «Почет Билдәһе» ордены.
1990 йылда «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» тигән исем бирелә.

1992 йылда «Башҡортостан» киностудияһы тарафынан «Зәйнәб Биишева», 2008 йылда яҙыусының 100 йыллығына ҡарата «Беҙҙең Зәйнәб» исемле документаль ҡуйылған фильмдары төшөрөлә (режиссер, сценарий авторы Ә. Абдразаҡов). Зәйнәб Биишева исемен йөрөтәләр:
«Китап» нәшриәте
Өфөлә урам
Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы
Мораҡ ауылында дөйөм белем биреү мәктәбе
Күгәрсен районында профессор, яҙыусы, уҡытыусыларға бирелә торған премия.
Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында яҙыусының йорт-музейы эшләй.