Мин йәм табам... - Зайнаб Биишева, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 03.12.2016
Главная » Произведения » Зайнаб Биишева » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Мин йәм табам...


Бөгөн ҡояш та бик көләс,
Ҡар ҙа елбәҙәк кенә.
Күк тә зәңгәр. Ҡыш тимәҫһең,
Ел дә тик еләҫ кенә.

Дуҫтарымдың күҙе йондоҙ,
Биттәрендә көн уйнай.
Тыуған ерҙең йәмлелеген
Ҡарай-ҡарай күҙ туймай.

Яңы бәхет, шатлыҡ килә
Яңы йыл менән бергә.
Айға менгән, йыһан гиҙгән
Мөҡәддәс, бөйөк ергә.

Эй башҡарғас, ҡыуаныстан
Йырлай торған йола бар.
Мин йәм табам халҡым һөйгән
Ошо матур йоланан.

1959



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 1465 раз(а)
Перейти к содержанию: Зайнаб Биишева, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]