Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Четверг, 28.03.2024
Главная » Произведения » Шайхзада Бабич » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Ҡитғалар (отрывки)


Нәфсе — шайтан, бик яуыз ул, һәр әҙәмде аҙҙыра,
Аҙҙыра торғас, наҙандарҙы юлынан яҙҙыра.

Әммә унан да яуыз бер нәмә бар, ул — эскелек,
Ул халыҡты йорт-еренән һәм диненән яҙҙыра.

1914


— Фәлсәфәнән туйҙыҡ инде, һатма, ташла фәлсәфәң,
Фәлсәфә сәйнәр заман уҙған, хәҙер эшләр заман.

— Һеҙ туйғас та, туймағандар ас көйгә торормо ни?
"Фәлсәфә һатма!" — тигән һүҙ — фәлсәфә түгелме ни?

1915


Ҡуй нәфсене иркенә, тән төрмәһендә, ятмаһын,
Тик уны выждан ебе менән тышаула, ҡасмаһын!

1915



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 1832 раз(а)
Перейти к содержанию: Шайхзада Бабич, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]