Эҙләнеү - Даут Юлтый, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 03.12.2016
Главная » Произведения » Даут Юлтый » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Эҙләнеү


Сикһеҙ киң күк йөҙөн сыбарлаған
Йондоҙҙарға ҡарап ирек асам;
Яҙмышҡа буйһонған һыныҡ күңел
Шунан рәхәт тапһың, исмаһам.

Ана, кескәнтәйерәк аҡһыл йондоҙ,
Ул күҙ ҡыҫа, әгәр мин ҡыҫһам;
Миңә иптәшлеккә — йәр булырға
Төшөр төҫлө, кил, тип ҡыҫтаһам.

Юҡ, мин алмам, уны йәр итә алмам;
Юҡ, мин башҡа бер нур эҙләнәм,
Табам, тимен, һаман ғүмер уҙа,
Кем алдына инде теҙләнәм?!

1909



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 675 раз(а)
Перейти к содержанию: Даут Юлтый, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]