Главная » Произведения » Даут Юлтый » Стихи |
Яҙыр йырҙарымды яҙалмайым,
Ҡара таммаҫ борон йәш тама; Һәр яҙған йыр һыҙа йөрәк майын, — Ҡәләм янмаҫ борон эс яна. Үткән ғүмер юлым әсе буран, Алғы көнөм ҡара төн генә, Алда таңлы көнөм ҡасан булыр? Әллә һүнәм инде тын ғына. Ат, ҡәләмем, эстән күкрәк утын, Янһын алда янартау булып, Ҡырҡып төшһөн иҫке йөрәк утын, Ҡалһын ҡара ҡандан һау булып! 1913 Стихи ко Дню Победы | |||
| |||
Прочитано 1591 раз(а) Перейти к содержанию: Даут Юлтый, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |