"Иптәш" һүҙе тураһында - Даут Юлтый, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 10.12.2016
Главная » Произведения » Даут Юлтый » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

"Иптәш" һүҙе тураһында


М. Горькийҙан

Был һүҙ булған бөтә донъяны
Килгән бер нөктәгә йыйырға,
Был һүҙ килгән бөтә кешеләрҙе
Алғы бөйөклөккә ҡуйырға.

Был һүҙ килгән бөтә мөхәббәте
Яңы ептәр менән бәйләргә;
Был һүҙ килгән бөтә туғанлыҡты
Яңы тулҡын менән йәйергә.

Был һүҙ ялған һүҙҙәр араһында
Ҡолаҡтарға яғым бирәлер;
Гүйә, алғы яңы тормоштан
Яңы хәбәр алып киләлер!

1923



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 1045 раз(а)
Перейти к содержанию: Даут Юлтый, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]