Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Среда, 24.05.2017
Главная » Произведения » Мажит Гафури » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Көлдө


Күрәм, йәнем, бөгөн ниндәй күңелле!
Матурланған, яңаҡтар аллы-гөллө,
Матурлыҡ өҫтөнә артты матурлыҡ,
Ҡасан ки шатланып йылмайҙы, көлдө.

Ҡыҙыл гөл төҫлө ирене уртаһынан
Теҙелгән ынйылай тештәр күренде.
Матурлыҡ нурҙарын сәсте битенән,
Гүйә ки, ул ошо нурға күмелде.

Ғишыҡ менән ауырыған наҙлы йәнем,
Уның шул көлгәнен күргәс, терелде.

1919



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
женщина, любовь
Прочитано 1345 раз(а)
Перейти к содержанию: Мажит Гафури, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]