Йәйге ямғыр - Рашит Нигмати, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 25.02.2017
Главная » Произведения » Рашит Нигмати » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Йәйге ямғыр


Алтын төшә, алтын төшә.
Ғ. Туҡай
I
Көнбағыштар,
наҙлы ҡыҙҙар кеүек,
Минән оялалар, күрәһең;
Һары ҡашмауҙарын һалындырып,
Түбән ҡарағандар үҙҙәре.
Тәңкә-тәңкә булып,
һалынып тора
Йәшел япраҡтары талдарҙың.
Талдар ҡайғыралар:
берәй юлсы
Ботаҡтарын ҡырҡып алғандыр.

II
Тау артынан
болот ҡалҡып сыҡты,
Ташҡын кеүек ҡайнап, ҡуйырып.
Әллә океан,
Әллә барлыҡ диңгеҙ
Күтәрелде микән бер юлы?
Ялан буйлап
һалҡын ел йүгерҙе,
Арыштарҙын, һыйпап арҡаһын.
Талдар шаулаштылар,
көнбағыштың
Ҡалтыранды һары ҡалпағы.
Аяғүрә баҫып ҡыуандылар
Миңә баш эйеүсе игендәр.
Талдар таҡмаҡ әйтте,
Ә көнбағыш
Бейеп торҙо баҫҡан ерендә.
Ямғыр ҡойҙо!
Ынйы тамсылары
Түгелделәр ергә силәкләп.
Душ аҫтында торған курортниктәй,
Рәхәтләнде буғай тирәктәр.
Беҙ, кешеләр,
ямғыр тамсыларын
Тирәктән дә ҡаты һөйәбеҙ;
Алтын төшә,
ана шул ямғырҙың
һәр бер тамсыһына эйәреп.

1940



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
Дождь
Прочитано 2746 раз(а)
Перейти к содержанию: Рашит Нигмати, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]