Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Четверг, 25.04.2024
Главная » Произведения » Рашит Нигмати » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Яҙ килде, яҙ!


Тәүҙә
тау биттәрен ҡарҙан әрсеп,
Гөрөлдәтеп шыя-һыуҙарҙы,
Яҙ килде, яҙ!
Тәрән һулыш алды.
Киң күкрәге тыныс ҡырҙарҙың.
Яҙ килгәйне,
сана ялға китте,
Юл асылды йүгерек арбаға.
Ағас ботаҡтарын бүлешә алмай
Сыр-сыу килде ҡара ҡарғалар.
Яҙ килде, яҙ!
Ергә шатлыҡ килде,
Ер ырғытты эсе бошоуҙы.
Ә һуң,
шатлыҡһыҙ ҙа,
күңелһеҙ ҙә
Үттеме ни беҙҙең ҡышыбыҙ.
Беҙ ятманыҡ йоҡлап ҡар аҫтында,
Айыу һымаҡ, табан һурып.
Ыжғыр буранда ла
һәр кем белде
Үҙ бурысын, үҙенең урынын.
Белорет та үҙ ҡоросон ҡойҙо,
Һәм Күмертау бирҙе күмерен.
Был ҡышта ла
шатлыҡ ижад итте
Совет кешеһенең ғүмере.
Яҙ килде, яҙ!
Гүйә, бар донъяны
Һағынылған бер хис уятты.
Танауҙарҙы ярып килеп инде
Тәмле еҫе ҡара тупраҡтың.
Мин күҙ һалып торам болонлоҡҡа,
Һәм мин беләм:
бына ошонда
Фиалка һәм ландыш булып ҡалҡыр
Беҙ һөртөнә торған хушбуйҙар.
Тағы гөрләп торор
көн дә, төн дә
Киң баҫыуҙар, сиҙәм яландар.
Ырҙындарҙа ыңғырашмаҫ өсөн
Һайрашырҙар кешеләр һабанда.


1957



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
Времена года
Прочитано 7861 раз(а)
Перейти к содержанию: Рашит Нигмати, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]