Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Четверг, 25.04.2024
Главная » Произведения » Рашит Нигмати » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Баҫыуға, туғандар!


Яҡшы бел: илдең һәм
тормоштоң ныҡлығы —
Колхозда, совхозда
башаҡтар туҡлығы!
Һәр бөртөк — ул пуля,
граната һәм ҡылыс,
Һәр бөртөк Гитлергә
бомбалай ҡурҡыныс!
Әйҙәгеҙ баҫыуға
күмәкләп, эркелеп.
Юғалып ҡалмаһын
ашлыҡтың бөртөгө!
Әйҙәгеҙ, йәштәр һәм
йәштәре уҙғандар,
Баҫыуға, баҫыуға
баҫыуға, туғандар!

1941, август



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 4275 раз(а)
Перейти к содержанию: Рашит Нигмати, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]