Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Пятница, 29.03.2024
Главная » Произведения » Рашит Нигмати » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Үс ал, патриот!


Илдең һәр ваҡ ташын
һуғышып алғанбыҙ,
Һәм һәр бер кирбесен
үҙебеҙ һалғанбыҙ.
Үҙебеҙ һыуҙарҙы
кирегә ағыҙҙык,
Домналар ялҡынын
үҙебеҙ ҡабыҙҙыҡ.
Фашистар Ватандың
таштарын емерә,
Ҡояштай яҡтырған
домнаны һүндерә...
Патриот! Тот ҡорал!
Дошмандан ал үсең.
Һәр һүнгән домна һәм
һәр бер ваҡ таш өсөн!

1941, август



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 4395 раз(а)
Перейти к содержанию: Рашит Нигмати, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]