Кешеләргә төрлө төштәр керә - Мустай Карим, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 10.12.2016
Главная » Произведения » Мустай Карим » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Кешеләргә төрлө төштәр керә


Кешеләргә яман төштәр керә...
Имеш, ерҙе атом уртәгән,
Океандарҙы быуға әйләндергән,
Тауҙарҙы саң итеп күтәргән.

Кешеләргә яман төштәр керә...
Хаким булған, имеш, диуана,
Ә ғалимдар, диуананы хуплап;
"Аҡыл эйәһе!" — тип ҡыуана.

Кешеләргә яман төштәр керә...
Һөйөү әүерелә хатаға,
Дуҫ тигәне хаин булып сыға,
Ул хыянат итә атаға...

Кешеләргә яҡшы төштәр керә...
Ерҙә, имеш, асыу, шиктәр юҡ,
Ил сиктәре бөткән, кешеләрҙең
Йөрәк араһында сиктәр юҡ.

Кешеләргә яҡшы төштәр керә...
Аҡыл менән намыҫ — тәхеттә,
Ә ахмаҡлыҡ тере мәйет булған,
Яуызлыҡ һәм ялған — ләхеттә.

Кешеләргә яҡшы төштәр керә...
Бар ғашиҡтар берсә ҡауышҡан,
Ул — атаны, ҡыҙ әсәне таный,
Бөтә аҙашҡандар табышҡан.

Кешеләргә төрлө төштәр керә —
Һорап тормай керә — төн менән.
Ямандары төштә генә ҡалһын,
Яҡшылары булһын өн генә.

1964



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
человек
Прочитано 1813 раз(а)
Перейти к содержанию: Мустай Карим, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]