Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Пятница, 26.04.2024
Главная » Произведения » Мустай Карим » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Осраштыҡ беҙ ниңә һинең менән...


Осраштыҡ беҙ ниңә һинең менән,
Ниңә үтә һуң?
Эй һин ғүмер, ниңә бергә түгел,
Арабыҙҙан ғына үтәһең?

Айырылышҡанбыҙҙыр, бәлки, иртә,
Бэлки, үтә иртә.
Орлоҡ ҡойған мәлдә ҡайсаҡ гөлгә
Ел ҡағылып үтә.

Парлап төшкән ике орлоҡтоң береһен
Алып китә алыҫ.
Ел — уҙғынсы. Нимә уға һөйөү,
Нимә уға һағыш.

Ярай әле һине ташламаған
Үтә йыраҡҡа.
Сал башымды эйеп, рәхмәт әйтәм
Елгә, тупраҡҡа.

1971



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 2588 раз(а)
Перейти к содержанию: Мустай Карим, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]