Эй Мөхәббәт... - Мустай Карим, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 03.12.2016
Главная » Произведения » Мустай Карим » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Эй Мөхәббәт...


Эй Мөхәббәт! Тилерткес бер яҙҙа,
Һандуғаслы яҙҙа
Сағылда
Исемеңде аҡ ҡайынға сыйҙым
Әле малай ғына сағымда.

Зәһәр ҡышта, ҡулыма ҡуҙ алып,
Боҙға яҙҙым — түгел заяға.
Елдәр менән яҙҙым диңгеҙҙәргә,
Йәшен менән яҙҙым һауаға.

Ғүмер буйы аҡ ҡағыҙға яҙам
Йә әрнеүле, йә шат мәлдәрҙә.
Яҙырҙарға миңә яҙмаһын тик
Исемеңде ҡара мәрмәргә...

1977



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
любовь
Прочитано 1091 раз(а)
Перейти к содержанию: Мустай Карим, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]