Бөгөн төндә баҡса аша уҙҙым... - Мустай Карим, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 10.12.2016
Главная » Произведения » Мустай Карим » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Бөгөн төндә баҡса аша уҙҙым...


Бөгөн төндә баҡса аша уҙҙым.
Бер-береһенә ҡуйып наҙлы башын,
Гөлдәр йоҡлай ине түтәлдә.
Тик бер ләлә ситкә эйгән тажын,
Эргәһендә йәре булмағастын,
Сер бирмәгән, ахры, бүтәнгә.

Сәскәләргә ҡарап шул мәлдә,
Хайран ҡалып торҙом мин — бәндә.

1958



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 3334 раз(а)
Перейти к содержанию: Мустай Карим, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]