Һеңлемә - Рами Гарипов, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 03.12.2016
Главная » Произведения » Рами Гарипов » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Һеңлемә


Өс имәндең араһында үҫкән
Һылыу һынлы ҡайын шикелле,
Өс ир бала араһында үҫтең
Кинйә бала булып һин, һеңлем...

Һин күрмәнең, һеңлем, һин белмәнең
Ниндәй икәнен дә атайҙың.
Тик бер әсәй генә, бөтә көсөн
Беҙгә биреп, иртә ҡартайҙы.

Һеңлем минең, уңған күбәләгем,
Һиндә күрәм әсәй йәшлеген.
Уның өсөн дә һин бәхетле бул,
Был йәшлектең белеп ҡәҙерен.

Кем булырға хыял итәһеңдер,
Мәктәбеңде бөткәс, белмәйем.
Кешеләрҙең ғүмерен йәшәртеүсе
Доктор булыуыңды теләйем.

1954



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
Семья
Прочитано 1294 раз(а)
Перейти к содержанию: Рами Гарипов, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]