Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Пятница, 29.03.2024
Главная » Произведения » Рами Гарипов » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Таш сәскә


Мөғжизә юҡ, тиҙәр, мөғжизә бар:
Әкиәттә түгел — тормошта.
Үҙ күҙҙәрең менән күрмәй тороп,
Ышанмайһың уға тәү башта.

Мин Мәскәүҙә ҡарап йөрөгәндә
Сикһеҙ хазинаһын халыҡтың,
Күҙ алдымда, күҙҙең яуын алып,
Ғәжәйеп бер сәскә ҡалҡты.

Мең-мең сәскәләрҙән күркәмерәк,
Ем-ем нурын һирпә тажынан.
Ышанмайым уны таш тигәнгә,
Яһалһа ла Урал ташынан!..

Кем үҫтергән һине шулай итеп?
Был ергә һуң һине кем сәскән?
— Ҡайҙа тамырың? — тип һорағас мин,
Телгә килде аҫыл Таш сәскә:

— Күк Уралда күкрәп тамыр йәйҙем,
Үҫтерҙе, — ти, — тыуған тупрағым.
Ил бәхете — күркәмлегем минең,
Ил йәшлеге — йәшел япрағым.

Шуға ла мин бөгөн ил түрендә
Шиңмәҫ сәскә булып ҡалҡындым:
Ташты ла бит сәскә аттырырлыҡ
Ғәжәп ҡулдары бар халҡымдың!

1956



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
природа
Прочитано 4645 раз(а)
Перейти к содержанию: Рами Гарипов, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]