Диңгеҙ һәм сабый - Рами Гарипов, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 10.12.2016
Главная » Произведения » Рами Гарипов » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Диңгеҙ һәм сабый


Төҫө ҡасҡан. Һары буръяҡ баҫҡан,
Ни булған һуң бөгөн диңгеҙгә?
Ел дә юҡ бит, ә ул ҡоторона!
Ҡоторона шулай елһеҙ ҙә...

Ситлектәге ас арыҫлан һымаҡ,
Дулап йөрөй, һыймай ярына.
Сал ялдарын сайҡап, асыу менән
Ҡорбанынмы көтөп ярһына?

Бер сабыйға әллә асыу итеп,
Йоторғамы уны самалай?..
Ярҙа уға бер ҙә иҫе китмәй,
Таш ырғытып йөрөй бер малай!..

1961



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
природа
Прочитано 1709 раз(а)
Перейти к содержанию: Рами Гарипов, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]