Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Четверг, 28.03.2024
Главная » Произведения » Рами Гарипов » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Бураҙналар


      Зәңгәр бураҙналар һалып,
Елдәр һабан һөрә диңгеҙҙә.
      Зәңгәр бураҙналар буйлап,
Аҡсарлаҡтар оса, ем эҙләп.

      Тулҡын түгел, әйтерһең дә,
Күҙ алдымда иген тулҡына.
      Ҡояш сыҡҡас, алтын төҫлө
Тосс башағын эйеп, ул тына.

      Эйе, башаҡ еҫен тоям!
Ураҡ ура, гүйә, караптар,
      Елкән күрһәм, ҡыр юлынан
Сабып килгән кеүек пар аттар.

      Тыуып-үҫкән еребеҙҙе
Килтермәһәк шулай дингеҙгә,
      Күҙ талдырғыс киңлек кенә
Булыр инең, диңгеҙ, һин беҙгә!..

1961



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 2596 раз(а)
Перейти к содержанию: Рами Гарипов, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]