Кис булдымы, тауыш баҫылдымы... - Рами Гарипов, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 03.12.2016
Главная » Произведения » Рами Гарипов » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Кис булдымы, тауыш баҫылдымы...


Кис булдымы, тауыш баҫылдымы,
Мин кемделер көтәм. Был нимә?
Кемдер килеп ишек шаҡыр кеүек,
Килеп инер кеүек бүлмәмә.

Ләкин бер кем дә юҡ. Ишегемде
Бер кем килеп, бер кем ҡаҡманы.
Әллә инде килеп кире китте,
Мөхәббәтем мине тапманы.

Йылмайманы упҡын күҙе менән,
Ишетмәнем һөйәм тиеүен.
Үҙең эҙләп тапмаһаң һин, ахыры,
Көтөп кенә килмәй һөйөүең?..

1961



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
жизнь, любовь
Прочитано 1053 раз(а)
Перейти к содержанию: Рами Гарипов, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]