Беләм, миңә яҙмышыңды бәйләү... - Рами Гарипов, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 10.12.2016
Главная » Произведения » Рами Гарипов » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Беләм, миңә яҙмышыңды бәйләү...


Беләм, миңә яҙмышыңды бәйләү,
Күңелең теләһә лә, ҡурҡыныс:
Шомло уйҙар һиңә тынғы бирмәй,
Ләкин һин ғорур бул, бул тыныс!

Теләйһеңме, йондоҙ өҙөп бирәм,
Ай ҙа булыр һиңә бүләгем?
Теләйһеңме, тик һин телә генә,
Ҡабул булыр һәр бер теләгең.

Һин теләһәң, мин бит бөтәһен дә
Тәүәккәлләй алам юлымда.
Мин сихырсы-йырсы: йондоҙ һүнә,
Йондоҙ яна минең ҡулымда!

1961



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
любовь
Прочитано 1402 раз(а)
Перейти к содержанию: Рами Гарипов, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]