Байраҡ - Рами Гарипов, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 03.12.2016
Главная » Произведения » Рами Гарипов » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Байраҡ


Быяла аҫтында бер байраҡ ята
Сит-ситтәре бөткән тетелеп.
Дәһшәт менән ҡарай йылдар аша,
Ҡында ятҡан ҡылыс шикелле.

Наҙлы бәрхәт һымаҡ ғәмһеҙ түгел,
Шундай уяу, шундай теремек,
Ул — яранан сыҡҡан ҡандай ҡайнар,
Унда — төҫө ялҡын теленең!

Ильич телмәрендәй ыҡсым үҙе,
Ильич телмәрендәй ялҡынлы,
Уның һүҙе кеүек ябай, ғәҙел,
Уның үҙе кеүек яғымлы.

1961



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 1292 раз(а)
Перейти к содержанию: Рами Гарипов, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]