Икәүҙән-икәү - Рами Гарипов, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 10.12.2016
Главная » Произведения » Рами Гарипов » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Икәүҙән-икәү


Уҡып ҡына түгел,
Татып беләм
Яҙмышыма яҙған тетрәүҙән:
Ҡайһы саҡта
Иң шым бышылдау ҙа
Ҡеүәтлерәк күктәр күкрәүҙән.

Семәрләнеп күпме сер бөркөлә
Өнһөҙ баҡҡан упҡын күҙҙәрҙән.
Өндәшмә лә!
Был мәл өндәшмәүең
Аңлайышлы бөтә һүҙҙәрҙән!

1962



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 1057 раз(а)
Перейти к содержанию: Рами Гарипов, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]