Тағы беҙҙекеләр!.. - Рами Гарипов, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 03.12.2016
Главная » Произведения » Рами Гарипов » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Тағы беҙҙекеләр!..


Кеше! Кешем! Һинең зиһенең менән
Тағы атты ерҙә яңы таң...
— Беҙҙең кеше атлай ғаләмдә! — тип,
Һөрән һалды илгә Левитан.

Оса ике батыр!
Улар ҡайтыр,
Үтәп тағы илем ҡушҡанды.
Һөйөндөрөр тағы бар дуҫтарҙы,
Көйөндөрөр тағы дошманды.

Күр һин, дошман:
беҙҙең дөрөҫлөк был! —
Ҡояш булып күккә олғашты.
Бел: ҡояштан ҡапланырға мөмкин,
Мөмкин түгел ҡаплау ҡояшты!..



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 1192 раз(а)
Перейти к содержанию: Рами Гарипов, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]