Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Пятница, 29.03.2024

Рами Гарипов биография на башкирском языке


Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районында Арҡауыл ауылында тыуған. Арҡауыл ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Артабан Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә уҡый (1946-1950). 1994 йылдан 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты үҙенең күренекле уҡыусыһы Рәми Ғарипов исемен йөрөтә.

Рәми Ғарипов матбуғатта 1950 йылдан баҫыла башлай. Ә “Йүрүҙән” исемле тәүге китабы 1954 йылда сыға. “Таш сәскә”, “Һабантурғай йыры” шиғырҙар йыйынтыҡтарын Ғарипов тыуған тәбиғәтенә, яҡташтарына арнай. Унан һуңғы “Осоу”, “Аманат”, “Миләш-кәләш” йыйынтыҡтарында фәлсәфәүи лирика төп урын биләй. Халҡының тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше тураһында уйланыуҙар, туған теленең һәм мәҙәниәтенең киләсәге өсөн борсолоу Ғарипов ижадының асылын билдәләй. Йыш ҡына ул халыҡ ижадының шиғри традицияларына мөрәжәғәт итә. Ҡобайыр жанрын тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә Ғариповтың өлөшө айырыуса ҙур. Рәми Ғарипов Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Гейне, Хәйәм, Рудаки, Ғамзатов шиғриәтен башҡорт теленә нәфис тәржемә итеү оҫтаһы булараҡ та киң билдәлелек яулай. Совет милли сәйәсәтенә тәнҡит күҙлегенән ҡарағаны өсөн милләтселектә ғәйепләнеп эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә. Уның күп шиғырҙары шағир тере саҡта баҫылмайынса ҡала. 1964 йылда яҙылған “1937” поэмаһы 1987 йылда ғына донъя күрә. 1988 йылда Ғариповҡа үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә. Шағирҙың тыуған яғында – Салауат районының Арҡауыл ауылында йорт-музей асылған, бюст ҡуйылған.

1955 йыл – А.М.Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлай;
1955 – 1959 йылдар – республика гәзиттәрендә әҙәби хеҙмәткәр;
1959 – 1964 йылдар – Салауат районында «Йүрүҙән» колхозы, «Һарғамыш» совхозы комсомол ойошмаһы сәркәтибе, район гәзитендә бүлек мөдире;
1964 – 1966 йылдар – «Совет Башҡортостаны» гәзитендә (Өфө ҡалаһы) әҙәби хеҙмәткәр;
1968 – 1972 йылдар – «Башҡортостан ҡыҙы» журналында «Башҡортостан ҡыҙы» журналында яуаплы сәркәтип.