Главная » Произведения » Рашит Нигмати » Стихи |
Таң атты ла
Мағаш буйындағы Ағас япраҡтарын ҡыҙартты. Түңкәрелгән янға оҡшап ята Мағаштауҙың тышҡы һыҙаты. Бер әкиәт бар: имеш, ир Салауат, Ошо ерҙән үткән сағында, Дошманына үлем атҡан янын Һалып торған Мағаш тауына. Батыр киткән саҡта, уны оҙатып, Шаулашҡандар бында ағастар. Тау өҫтөндә ятҡан янды алғас, Ян һүрәте ҡалған Мағашта. Мин ышанам быға. Ир Салауат Яуға сапҡан бына ошонан, Мағаштауҙы тик ян менән түгел, Йәне менән дә ул ҡурсыған. Гүзәл Мағаш! Үтер ҡоштар уға Һис булдыра алмай ҡунмаҫҡа. Алтын тауҙар алтын булһалар ҙа, Мағаш кеүек матур булмаҫтар! Томан күпер кеүек, Мағаштауҙың Тап өҫтөнән үтә Ҡош Юлы. Мағаш итәгендә колхоз йәшәй, Оло ғаилә булып, дуҫ булып. 1955 Стихи ко Дню Победы Показать похожие стихотворения | |||
| |||
Прочитано 6563 раз(а) Перейти к содержанию: Рашит Нигмати, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |