Главная » Произведения » Рашит Нигмати » Стихи |
Был иптәшкә ике йөҙ йәш инде, Ә ул әле һаман үлмәгән. Исемен дә уның, эштәрен дә Заман да, тупраҡ та күммәгән. Ике йөҙ йыл буйы халҡы менән Бергә атлап килә был батыр. Ҡырҡ өсөнсө йылда ул, танк булып, Фашист армияһын ҡыйратты. Ошо иптәште беҙ танк итеп тә, Йыр итеп тә бик ныҡ яраттыҡ. Ҡырҡ өсөнсө йылда ул, йыр булып, Яуға өндәне беҙҙең һалдатты. Иҙел аша ҡарап, һәйкәл тора. Һағынам уны, оҙаҡ күрмәһәм. Ә күрҙемме, уға:— Һаумы, иптәш, Һаумы, замандаш! — тип өндәшәм. 1952 Стихи ко Дню Победы Показать похожие стихотворения | |||
| |||
Прочитано 5612 раз(а) Перейти к содержанию: Рашит Нигмати, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |