| Главная » Произведения » Рашит Нигмати » Стихи |
Башкирский Сайт теперь вконтакте,
Тәүге декрет
|
Һыуынып етмәгәйне был саҡта, Дворецтарҙы штурмлаған "ура" Яңрай ине әле ҡолаҡта. Ә Смольныйҙа инде — Советтарҙың Съезы бара торған залында — Халыҡтар юлбашсыһы Ленин сыҡты Тынған делегаттар алдына. Һәм ошонан донъя Иң беренсе һуҙен ишетте: Советтарҙың Ер тыңланы тыныслыҡ һәм хеҙмәт Турындағы тәүге декретте. ...Йылдар үтте. Дошман уттарынан Нисә ҡыйратылды тыныслыҡ. Беҙ һәр саҡта тәүге декрет өсөн — Тыныс хеҙмәт өсөн һуғыштыҡ. Әгәр дошман, тыныслыҡты боҙоп, Тағы мәжбүр итһә һуғышҡа, Һуғышырбыҙ. Ләкин тәүге декрет Һаман саҡырыр тыныс тормошҡа. 1955 Стихи ко Дню Победы | |||
|
| |||
Прочитано 4060 раз(а) Перейти к содержанию: Рашит Нигмати, Стихи
| |||
| Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |
