Главная » Произведения » Шайхзада Бабич » Стихи |
Салауат нисә йәшендә? Йәшел бүрке башында... (Халыҡ йырынан) Салауат ҡандай бәһлеүән? Салауат ҡандай бәһлеүән? Даусан, яусан бәһлеүән, Еңелмәүсән бәһлеүән. Салауат тиңһеҙ арыҫлан, Салауат тиңһеҙ арыҫлан, Арыҫландай алышҡан, Уғы алған алыҫтан. Салауат — Урал балаһы, Салауат — йөрәк ҡәғбәһе, Ерҙә әнүәр кәүҙәһе, Күктә зәңгәр шәүләһе. Салауат дауҙы ҡайтарған, Салауат яуҙы айҡаған, Ҡылысы тауҙы аҡтарған, Тауышынан күл сайҡалған. Салауат — йәнле шәжәғәт, Салауат мәңге сәләмәт, Ҡаны беҙгә аманат, Килтермәбеҙ яманат! 1918 Стихи ко Дню Победы Показать похожие стихотворения | |||
| |||
Прочитано 13659 раз(а) Перейти к содержанию: Шайхзада Бабич, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |