Главная » Произведения » Шайхзада Бабич » Стихи |
(Ауылда)
Тын ғына, тып-тымыҡ бер төн ине, Шишмәкәй шылтыр-шылтыр-шылтыр ине... Йыраҡтан гөлдөр-гөлдөр арба килә, Ул да тынлыҡты ҡуйыртыр өсөн генә; Аръяҡта бер эт өрә, ул шул тынлыҡты Ҡолағыма ҡыуып кертеү өсөн генә... Мин ятамын, шул тынлыҡта уйлай-уйлай, Ике күҙем йондоҙ һайын ырғып йөрөй. Ҡай сағында аҡрын ғына бер ел иҫеп, Ағастарға минән йәшереп ниҙер һөйләй... Йәсиғ уҙған, төн уртаһы яҡынлашҡан, Тирә-яҡты ҡараңғылыҡ тамам баҫҡан. Яҡты менән томаланған йөҙҙәрҙең Күҙкәйҙәрен ҡараңғы төн тамам асҡан. Босмаҡтарҙа күп ҡараңғы боҫоп тора, Төн сымырлап, ем-ем итеп тынып тора. Йондоҙҙар күҙ ҡыҫыша, ҡайһы уйнай, Ҡайһы береһе иламһырап, моңһоу тора. 1916 Стихи ко Дню Победы | |||
| |||
Прочитано 4978 раз(а) Перейти к содержанию: Шайхзада Бабич, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |