Главная » Произведения » Шайхзада Бабич » Стихи |
Матур һындар, матур ҡыҙҙар, матур сыңдар,
Әйткән саҡта, исемегеҙ матур сыңлар. Һеҙҙе күреп, йәмгә сумып, киттем иреп, Аҡылһыҙҙар, аҡылһыҙ, тип баҡырһындар. Ҡарап ҡарайыҡ: аҡыллылар нишләр икән, Бар аҡылды көрәшергә саҡырһындар, Ҡарап ҡарайыҡ: бер һылыуҙы еңер микән, Сихри күҙҙән сихри уҡтар атылһындар. Ҡыҙыл ирен бер йылмайһа, хоҙай шаһит, Бөтә фекер әсир төшөр, аҡыл шөрләр. Ике тәңре: әүүәле алла, икенсе — ҡыҙ, Тимәһәгеҙ, билләһи, кафырһыңдар! Көсөгөҙгә иман итеп, мин бағындым, Йөрәгемә мөхәббәт һал, матур һындар? 1916 Стихи ко Дню Победы | |||
| |||
Прочитано 2733 раз(а) Перейти к содержанию: Шайхзада Бабич, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |