Главная » Произведения » Шайхзада Бабич » Стихи |
Ҡып-ҡыҙыл ҡандар йүгергән күҙҙәреңдең ағына,
Күҙләүең — ҡорһаҡ ҡына, һүҙҙәрең — донъя ғына. Социал тимһең үҙеңде, ҡып-ҡыҙыл, тип, маңлайың? Ник ҡыҙыл ул? Сөнки имгәнһең фәҡирҙәр күҙ майын. Ник ҡыҙыл ҡандан буялған күҙ төбөңдөң керпеге? Юҡ һинең күңелең төбөндә тамсы шәфҡәт бөртөгө. Ник һинең мәҡһүр, ҡалын иренең ҡарағусҡыллана? Сөнки күңелеңдә фәҡирҙәргә асыу, мыҫҡыл яна. Шул көйөнсә һин тағы булған булаһың социал, Уң беләккә бәйләп алғанһың ҡыҙылдан таҫтамал! 1917 Стихи ко Дню Победы | |||
| |||
Прочитано 3370 раз(а) Перейти к содержанию: Шайхзада Бабич, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |