Главная » Произведения » Шайхзада Бабич » Стихи |
Эй илаһи, килде лә керҙе моронға тәмле еҫ,
Эй ғәзиз кис, йәмле кис һәм йәнле кис, илһамлы кис. Йәмле өҫтәл өҫтөнә йәйгән матур аҡ эскәтер, Эскәтер өҫтөндә ҡоймаҡтар нәфис еҫ еҫкәтер. Эс, ҡунаҡтар, тип самауыр шатланып йырлап тора, Һәм дә Бағбостан йөҙө илһамлы ай күк яҡтыра. Алдыбыҙҙа май менән балдар торалар: "Ҡап", — тиеп, Һәм Бабич та ҡысҡыра: "Нығыраҡ аша, Исхаҡ", — тиеп. Ул матур ҡыҙ Сафия ҡоймаҡ ташый ҙа сәй яһай, Ҡып-ҡыҙыл алма кеүек бешкән уның бит алмаһы. 1917 Стихи ко Дню Победы | |||
| |||
Прочитано 2278 раз(а) Перейти к содержанию: Шайхзада Бабич, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |