Главная » Произведения » Даут Юлтый » Стихи |
М. Горькийҙан Был һүҙ булған бөтә донъяны Килгән бер нөктәгә йыйырға, Был һүҙ килгән бөтә кешеләрҙе Алғы бөйөклөккә ҡуйырға. Был һүҙ килгән бөтә мөхәббәте Яңы ептәр менән бәйләргә; Был һүҙ килгән бөтә туғанлыҡты Яңы тулҡын менән йәйергә. Был һүҙ ялған һүҙҙәр араһында Ҡолаҡтарға яғым бирәлер; Гүйә, алғы яңы тормоштан Яңы хәбәр алып киләлер! 1923 Стихи ко Дню Победы | |||
| |||
Прочитано 2391 раз(а) Перейти к содержанию: Даут Юлтый, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |