Главная » Произведения » Даут Юлтый » Стихи |
Эй шинель, минән иҫәпһеҙ Афарин, рәхмәт һиңә.
Һаҡлайһың ямғыр, һыуыҡ елдән, файҙаң күп миңә. Аҫҡа түшәк, өҫкә юрған, Башҡа мамыҡ мендәрем, Һин минең шәфҡәтле әсәм, Барлығы — һин, йылытаһың Аҫтында туңған төндәрем. Мәрхәмәтле ҡәрҙәшем. Күп ауырлыҡ, ҡайғыға Уртаҡлыҡ иткән иптәшем. Йоҡланыҡ һалҡын, еүеш Зимләнкәләрҙә күп ваҡыт, Аҙмы һуғыштарҙа йөрөнөк Ҡан вә һаҙҙарға батып! Эй шинель, минән иҫәпһеҙ Афарин, рәхмәт һиңә, Һаҡлайһың ямғыр, һыуыҡ елдән, файҙаң күп миңә! 1915 Стихи ко Дню Победы | |||
| |||
Прочитано 3808 раз(а) Перейти к содержанию: Даут Юлтый, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |