Главная » Произведения » Шайхзада Бабич » Стихи |
Зәңгәр күк — тажым, сыбар ер — тәхетем,
Үҙем — азат йән, аҡ ҡояш — бәхетем. Йондоҙҙар һәм ай — серсе дуҫтарым. Һандуғас, турғай — йырсы ҡоштарым. Сыҡһам сахраға, гөлдәр, үләндәр Тәғзим итәләр, биреп сәләмдәр. Йән сәсәктәрем, гөл ҡанаттарым, Оса янымда күбәләктәрем. Латиф ел — саба, тип: "Мәрхәба!.." Һөйөп, иркәләп йөҙөмдән үбә. Менһәм тауға, их, осайыммы һуң!.. Бөтә офоҡто ҡосайыммы һуң! Гөлдәр йылмайған, ҡырҙар нурланған, Бөтә ер-күге нурға сырмалған. Шашам, ашҡынам... Шатланам сикһеҙ. Азат мин, азат! Бәхетем офоҡһоҙ! 1916 Стихи ко Дню Победы | |||
| |||
Прочитано 4631 раз(а) Перейти к содержанию: Шайхзада Бабич, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |