Мажит Гафури, список произведений:
Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы, Мәжит Ғафури — шағир, башҡорт һәм татар совет әҙәбиәтенең классигы, БАССР-ҙың халыҡ шағиры (1923), 1880 йылдың 2 авгусында (20 июль) Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Ғафури районы) Еҙем-Ҡаран ауылында хәлфә ғаиләһендә тыуған. Ете йәштә үҙҙәренең ауыл мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Еҙем-Ҡарандан алыҫ түгел Үтәш ауылы мәҙрәсәһендә уҡый. 1898 йылда Троицк ҡалаһында Зәйнулла ишан мәҙрәсәһенә керә. Уҡыған ваҡытта халыҡ тормошон ныҡлап өйрәнә, төрлө заводтарҙа, Рәмиевтең алтын приискыларында эшләп уҡыуын дауам иттерә. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта, ҡаҙаҡ халҡының фольклорын өйрәнә, рус әҙәбиәте менән дә ҡыҙыҡһына башлай. 1904 йылда Ҡаҙанда “Мөхәммәдиә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә. 1906 — 1909 Өфөлә “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡый. „Ҡыҙыл Башҡортостан“, „Коммуна“ гәзиттәре редакцияһында эшләй. 1934 йылдың 28 октябрендә М. Ғафури үпкә ауырыуынан Өфөлә вафат була.
Артабан уҡырға