Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Четверг, 25.04.2024
Главная » Произведения » Рашит Нигмати » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Дауылдан һуң


Үтте дауыл.
Тәрән яра ҡалды
Тыуған тупрағыбыҙ тәнендә.
Һап-һары тут баҫты баҫыуҙарҙы,
Завод ишек алдын — әремдәр.
Ул саҡта беҙ
күмер урынына
Шахталарҙың һыуын бушаттыҡ.
Домналарҙан
суйын урынына
Сығарҙыҡ беҙ ҡатҡан шлакты.
Ҡоро кулдар менән йүнәтелде
Емерек ятҡан тимер юлдары.
Пароходты һыуға төшөрҙөк беҙ,
Паровозды һыуҙан сығарып.
Комсомолец
уң ҡулымы икән,
Һулы булғанмылыр халҡының,
Ҡайһы ҡул булһа ла,
хеҙмәткә ул
Йәшлек дәрте менән атылды.


1957



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 2672 раз(а)
Перейти к содержанию: Рашит Нигмати, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]