Главная » Произведения » Мустай Карим » Стихи |
Йәшеренмә һин йәшендән,
Дауылдан ҡасма, Йәйҙең хәтәр төндәрендә Тәҙрәңде ас та — Күкте күҙәт, тирбәндермәй Керпек осоңдо, Бик яҡын итеп хәтерлә Йыраҡ дуҫыңды. Йәшен юйһын бүлмәңдәге Төндөң ҡараһын, Һибелдереп сәстәреңде Дауыл тараһын. Дауыл... дауыл! Ул бит минең — Тере хәбәрем, Яҡын йәшен, яҡты йәшен — Минең сәләмем. Мин һулармын, ерҙә дауыл Тынмаһа әгәр, Мин янырмын, һуңғы йәшен Һүнгәнгә ҡәҙәр. 1942 Стихи ко Дню Победы | |||
| |||
Прочитано 1957 раз(а) Перейти к содержанию: Мустай Карим, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |