Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 23.11.2024
Главная » Произведения » Мустай Карим » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Мине тағы ташлап китәһең


«Мине тағы ташлап китәһең...» — тип
Бойоғаһың оҙатып ҡалғанда.
Йәшәп булмай гел ҡауышып ҡына
Походлы һәм даулы заманда.

Океандарға сыҡһа, караптар ҙа,
Дауыл үтеп, ҡайта ярына;
Караптарҙа китһәм, кире ҡайтам
Тыуған илгә, һинең яныңа.

Самолеттар алып менһә мине
Болоттарҙың өҫкө яғына,
Ваҡыт еткәс, тағы ергә төшәм,
Ергә, тимәк, һинең яныңа.

Ҡайҙа булһам да мин, илем менән
Һәр бер һулышымды алғанда,
Һин дә ошо илдең ҡыҙыһың бит,
Бойоҡмасы оҙатып ҡалғанда.

1949



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 2485 раз(а)
Перейти к содержанию: Мустай Карим, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]