Главная » Произведения » Мустай Карим » Стихи |
Төнгө Рига. Төнгө тын баҡса.
Төнгө тымыҡ күлдең буйында Пар-пар булып йоҡлай аҡҡоштар, Муйындарын һалып муйынға. Улар йоҡлай. Ҡоштар бәхетен Өркөтмәҫме өндәр ҡағылып? Ҡоштар бәхет сиккән сәғәттә Уттар йотам, һине һағынып... 1973 Стихи ко Дню Победы | |||
| |||
Прочитано 1362 раз(а) Перейти к содержанию: Мустай Карим, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |