Рами Гарипов, список произведений:
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районында Арҡауыл ауылында тыуған. Арҡауыл ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Артабан Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә уҡый (1946-1950). 1994 йылдан 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты үҙенең күренекле уҡыусыһы Рәми Ғарипов исемен йөрөтә. Рәми Ғарипов матбуғатта 1950 йылдан баҫыла башлай. Ә “Йүрүҙән” исемле тәүге китабы 1954 йылда сыға. “Таш сәскә”, “Һабантурғай йыры” шиғырҙар йыйынтыҡтарын Ғарипов тыуған тәбиғәтенә, яҡташтарына арнай. Унан һуңғы “Осоу”, “Аманат”, “Миләш-кәләш” йыйынтыҡтарында фәлсәфәүи лирика төп урын биләй. Халҡының тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше тураһында уйланыуҙар, туған теленең һәм мәҙәниәтенең киләсәге өсөн борсолоу Ғарипов ижадының асылын билдәләй. Йыш ҡына ул халыҡ ижадының шиғри традицияларына мөрәжәғәт итә.
Артабан уҡырға