Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Вторник, 19.03.2024

Стихи ко Дню Победы на башкирском языке, Бөйөк Еңеү көнгә шиғырҙар



Дилә Булгакова,
"Атайымдың миҙалдары"

Атайымдың миҙалдары
Күкрәгемдә сыңлай ҡай саҡ.
Шул сыңлауҙа атайымдың үҫмер сағы,
Ауыр йылдар — беҙҙең бала саҡ.

Атай беҙгә күргәндәрен һөйләй,
Ҡыйыу булған яуҙа — ул данлы.
Төштәремә һуғыш килеп керһә,
Ялҡын ҡаплай гүзәл донъяны.

Сабыйымдың бишегенә киләм
Һиҫкәнәм дә ҡара төндәрҙә.
Гүйә атайым да яу ҡырында —
Ҡайнар йәшем тама мендәргә.




Дилә Булгакова,
"Беҙ бит әле улар балаһы"


Ғүмер саптарында еләм әле,
Юлдар өндәй алға саҡырып,
Әй, замандаш, беҙҙән бүләк булып,
Тороп ҡалһын ерҙә яҡшылыҡ.

Ата-баба һалған юлдан үтәм,
Беҙ бит әле улар балаһы.
Ыңғыраша кеүек үткәндәрҙән,
Ер яраһы, йөрәк балаһы...

Ғүмер толпарында еләм үҙем,
Аталарым һалған юлдарҙан.
Бер ҡасан да елгән саптарымды
Яртылашта туҡтап туғармам.




Самат Ғәбиҙуллин,
"Ир-егеттәр етмәҫ ер булмаҫ"


Атланып ярһыу аттарға,
Һыр бирмәҫ тә өсөн яттарға,
Атай-олатай яуға сапҡан ер —
Уттар йотоп бәхет тапҡан ер —
Һуҡмаҡтарҙа даға эҙе бар.

Иҙел генә кисмәҫ ир булмаҫ,
Ир-егеттәр етмәҫ ер булмаҫ,
Тик юлдарҙы урап биленә,
Ҡайта ирҙәр тыуған иленә —
Ҡарттарҙың бит шундай һүҙе бар.




Муса Йәһүҙин,
"Йәшлекте иҫкә алып"


Ҡапҡаларың асыҡ ине —
Ҡапҡағыҙ бикләнмәгән,
Йөрәгемдә мөхәббәт бар,
Һөйөү бар сикләнмәгән.

Күлдәгеңә элмә таҡһаң,
Тишәрмен тишектәрен.
Асырһыңмы йөрәгеңде —
Мин ҡаҡһам ишектәрең?

Хистәреңә ҡағылайым,
Хистәргә тулғым килә,
Телдәреңдә "берҙән берем",
"Бер генәм" булғым килә.




Альберт Ҡотоев,
"Атайым иҫтәлеге"


Үҙебеҙҙең ауыл халҡы ғына
Атайымды минең ерләгән.
Ҡәберенә сәскә һалынмаған,
Оркестр ҙа тауыш бирмәгән.

Ябай булған, шаян һүҙле булған,
Кеше ҡыйырһыта белмәгән.
Ғүмер баҡый уның бар күңелен
Иген шаулар баҫыу биләгән.

Эҙләмәйем тарих биттәренән
Атайымдың ябай исемен:

Бар ғүмерен уның күреп торам,
Ҡулға алһам икмәк телемен.




Риф Мифтахов,
"Бергә йыйһаң" (1984)


Фронт хаттарын әгәр бергә йыйһаң,
Торор ине мең-мең томдарҙан.
Булыр ине, бәлки, хаталары,
Булмаҫ ине әммә бер ялған.

Ул хаттарҙа егет хыялдары,
Тере һүҙе, тере һөйләше,
Әсәләрҙең, көнө-төнө уҡып,
Өмөт булып тамған күҙ йәше.

Һалдат хатын әгәр бергә йыйһаң,
Тыуыр ине быға ҡәҙәре
Һис булмаған һәм дә булмаясаҡ
Йән тетрәткес йөрәк әҫәре.




Риф Мифтахов,
"Һорай төҫлө" (1986)


Белһәгеҙсе, әсәй нисек көттө
Ағайымдың ҡайтыуҙарын.
Хатта "ҡара ҡағыҙ"ҙан һуң
Көттө ишек шаҡыуҙарын.
Әле лә ул көтөп ята төҫлө
"Әсәй..." тигән тауыштарын.

Тыуған ерҙә әсәй эргәһенә —
Тау башына аяҡ атланыммы,
Барып етмәҫ борон һорар төҫлө:
"Балам, ағаң ҡайтманымы?.."
Әсәй, әсәй, әсәй, башҡа берәй
Еңелерәк һорау тапманыңмы?..