Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Вторник, 19.03.2024
Главная » Произведения

Выберите автора:
Рами Гарипов
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районында Арҡауыл ауылында тыуған. Арҡауыл ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Артабан Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә уҡый (1946-1950). 1994 йылдан 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты үҙенең күренекле уҡыусыһы Рәми Ғарипов исемен йөрөтә. Рәми Ғарипов матбуғатта 1950 йылдан баҫыла башлай. Ә “Йүрүҙән” исемле тәүге китабы 1954 йылда сыға. “Таш сәскә”, “Һабантурғай йыры” шиғырҙар йыйынтыҡтарын Ғарипов тыуған тәбиғәтенә, яҡташтарына арнай. Унан һуңғы “Осоу”, “Аманат”, “Миләш-кәләш” йыйынтыҡтарында фәлсәфәүи лирика төп урын биләй. Халҡының тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше тураһында уйланыуҙар, туған теленең һәм мәҙәниәтенең киләсәге өсөн борсолоу Ғарипов ижадының асылын билдәләй. Йыш ҡына ул халыҡ ижадының шиғри традицияларына мөрәжәғәт итә. Артабан уҡырға
Зайнаб Биишева
Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы 1908 йылдың 15 ғинуарында Башҡортостандың Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында тыуған. Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай. 1929—1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй. Уҡытыусылар квалификацияһын күтәреү курстарын тамамлағас (1931) — Башҡортостан китап нәшриәтенең һәм «Пионер» журналының мөхәррире. Был журналда уның беренсе хикәйәһе баҫылып сыға. «Партизан малай» исемле беренсе китабы 1942 йылда баҫыла. 1946 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1951 йылдан — профессиональ яҙыусы. 60-лап китабы Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө телдәрендә нәшер ителә. Башта ул балалар яҙыусыһы булараҡ таныла. Балалар өсөн хикәйәттәр, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә. «Дуҫ булайыҡ», «Көнһылыу», «Гөлъямал», «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар…» һымаҡ заман өсөн бик тә актуаль повестар яҙа.
1996 йылдың 24 августында Өфө ҡалаһында вафат булған. Артабан уҡырға
Даут Юлтый
Башҡорт яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтый, ысын исеме Юлтыев Дауыт Исхаҡ улы, 1893 йылдың 6 (18) апрелендә элекке Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Йомран-Табын волосына ҡараған (хәҙерге Ырымбур өлкәһе, Иванов районы) Юлтый ауылында тыуған. Юлтый ауылындаға һәм Сорокин мәҙрәсәһендә уҡый. Ҡаҙағстан далаларында һәм тыуған ауылында балалар уҡыта. 1914 йылда беренсе донъя һуғышына китә. 1917 йылғы Февраль һәм Октябрь революцияларын фронтта ҡаршылай. 1919 йылда Коммунистар партияһы сафына инә, граждандар һуғышында ҡыҙылдар яғында ҡатнаша. Ошо мәлде беренсе революцион армияның штабында сыҡҡан “Ҡыҙыл йондоҙ” гәзитендә эшләй. Артабан Туҡсоран кантонында хәрби комиссар, партияның кантон комитеты секретары вазифаларын башҡара. 1920 йыл аҙағында Башҡортостандың элекке баш ҡалаһы Стәрлетамаҡҡа саҡыртып алына. Башҡортостан хәрби комиссариаты политидаралығында “Ҡыҙыл батыр” тигән гәзитте ойоштороуҙа ҡатнаша һәм шул гәзиттең мөхәррире була. Артабан уҡырға
Мажит Гафури
Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы, Мәжит Ғафури — шағир, башҡорт һәм татар совет әҙәбиәтенең классигы, БАССР-ҙың халыҡ шағиры (1923), 1880 йылдың 2 авгусында (20 июль) Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Ғафури районы) Еҙем-Ҡаран ауылында хәлфә ғаиләһендә тыуған. Ете йәштә үҙҙәренең ауыл мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Еҙем-Ҡарандан алыҫ түгел Үтәш ауылы мәҙрәсәһендә уҡый. 1898 йылда Троицк ҡалаһында Зәйнулла ишан мәҙрәсәһенә керә. Уҡыған ваҡытта халыҡ тормошон ныҡлап өйрәнә, төрлө заводтарҙа, Рәмиевтең алтын приискыларында эшләп уҡыуын дауам иттерә. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта, ҡаҙаҡ халҡының фольклорын өйрәнә, рус әҙәбиәте менән дә ҡыҙыҡһына башлай. 1904 йылда Ҡаҙанда “Мөхәммәдиә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә. 1906 — 1909 Өфөлә “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡый. „Ҡыҙыл Башҡортостан“, „Коммуна“ гәзиттәре редакцияһында эшләй. 1934 йылдың 28 октябрендә М. Ғафури үпкә ауырыуынан Өфөлә вафат була. Артабан уҡырға
Мустай Карим
Мостай Кәрим, ысын исеме Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Шишмә районының Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941-се йылда Башҡорт Дәүләт университетының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала. Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Һуғыштан ҡайтып килгәс ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә. 1930-сы йылдарҙа уҡ яҙа башлай: 1938-се йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә; 1941-се йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға. Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китаптары, 10-дан ашыу пьесалары донъя күрә. Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телдәргә тәржемә ителгән. Артабан уҡырға
Рашит Нигмати
Салават Юлаев
Шайхзада Бабич