Главная » Произведения » Зайнаб Биишева » Стихи |
Ауыр юлды бергә-бергә үттек,
Еңеүгә лә килдек күмәкләп. Һәр аҙымда тойҙом йәнәшәмдән Дуҫтар атлағанын терәкләп. Рәхмәт һеҙгә, дуҫтар. Алыҫтан да Яҡын булып йылы һирптегеҙ. Беләккә — көс, йөрәккә дәрт өҫтәп, Һаман алға бергә илттегеҙ. Илгәҙәклек минән күрмәнегеҙ, Ҡайсаҡ хатта ауыр һулаттым. Ә шулай ҙа, дуҫтар, ысын дуҫтар, Мин һеҙҙе бит бик-бик яраттым 1958 Стихи ко Дню Победы Показать похожие стихотворения | |||
| |||
Прочитано 6409 раз(а) Перейти к содержанию: Зайнаб Биишева, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |