Главная » Произведения » Зайнаб Биишева » Стихи |
Һыҙланма, дуҫ, ғәйбәт оҙон телле,
Әммә ҡыҫҡа уның ғүмере. Күрмәйһеңме, ғәйбәт ҡапсығының Йөҙө ҡара, биле көм(ө)рө. Күлдәгенә йөрәк кере һеңгән. Йән биҙҙергес йәмһеҙ йөрөшө. Ғәйбәт менән ярап, еңел йәшәү — Өлөшөнә төшкән көмөшө. Бәхетһеҙ ул — иблис кеүек ул да Хаҡлыҡ донъяһынан һөрөлгән. Сәбәләнеп йәшәй күкрәгендә Быҫҡып ятҡан зәһәр һөрөмдән. 1968 Стихи ко Дню Победы Показать похожие стихотворения | |||
| |||
Прочитано 3632 раз(а) Перейти к содержанию: Зайнаб Биишева, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |