Главная » Произведения » Зайнаб Биишева » Стихи |
Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем,
Йырлап йәшәйем әле бөгөн дә. Сәстәремә ҡырау сәселһә лә, Ҡырау ҡунмаҫ минең күңелгә. Йырлап йәшәйем. Халҡым, илем ғүмере Әкиәттәрҙән гүзәл йыр булғас. Тыуған ерем — бөйөк Совет иле, Ер йөрәге типкән ер булғас. Йырлап йәшәйем. Халҡым үҙе һөйөп: «Йырла! — тиеп бирҙе ҡәләмде. — Данла! — тине, — һине кеше иткән, Йырсы иткән бөйөк илеңде». Һәм йырлайым. Дошман сыр-сыуҙары Тауышымды быуып тора алмаҫ. Барған юлым тоғро — Ленин юлы, Бер кем унан ситкә бора алмаҫ. Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем, Йырлап йәшәйем һаман, бөгөн дә. Йырламайса күңелем түҙә алмай Йырҙарға тиң бөйөк илемдә. Стихи ко Дню Победы Показать похожие стихотворения | |||
| |||
Прочитано 5004 раз(а) Перейти к содержанию: Зайнаб Биишева, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |