Главная » Произведения » Шайхзада Бабич » Стихи |
Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар,
Күп ырыуға баш йорттар. Беҙҙә гәүһәр, беҙҙә йәүһәр, Беҙҙә һәр бер ашлыҡтар. Беҙҙә тиңһеҙ сәхрәләр. Сәхрәләр — ожмах улар; Унда гөлдәр тирбенеп, Йәмләнергә саҡыралар. Унда ҡоштар һайраша, Күлдә ҡамыш шаулаша. Ҡамыш буйы әрүшә, Тамаша, әй тамаша. Беҙҙә ҡалын урмандар, Беҙҙә данлы Урал бар; Урал аҫты алтындыр, Өҫтә — шәфҡәт балҡыйҙыр. Һиҙен, башҡорт, бәхетеңде, Төшөн, башҡорт, атыңды; Күрер өсөн тәхетеңде, Истиҡбалың алтынлы. Стихи ко Дню Победы Показать похожие стихотворения | |||
| |||
Прочитано 17964 раз(а) Перейти к содержанию: Шайхзада Бабич, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |