Главная » Произведения » Шайхзада Бабич » Стихи |
Ап-аҡ алтын йырҙарымды
Йырламайым данлыҡ өсөн; Йырлаймын алтын илем өсөн, Үҙ туған халҡым өсөн. Саф көмөштәй йырҙарымды Йырламайым алтын өсөн; Йырлайым тик саф көмөштәй Саф йөрәк халҡым өсөн. Сәскә төҫлө йырҙарымды Йырламайым зауҡым өсөн; Йырлайым тик сәскәләй Ҡыҙҙарға бай халҡым өсөн. Дәртле ҡайнар йырҙарымды Йырламайым дәртем өсөн; Йырлайым тик мәңге шат, Дәртле, көләс халҡым өсөн. Иламайым мин көндәрем һырғаҡ, һыуыҡ һалҡын өсөн; Илайым тик ярлы, меҫкен, Ҡыҙғаныс халҡым өсөн. Йәш сағым, алтын сағым, Ялҡын сағым булһын фиҙа Халҡым алдында минең Биргән таҙа антым өсөн. 1914 Стихи ко Дню Победы Показать похожие стихотворения | |||
| |||
Прочитано 15808 раз(а) Перейти к содержанию: Шайхзада Бабич, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |