Главная » Произведения » Мажит Гафури » Стихи |
Тышымдан ҡарағанда, күренәмен һау,
Вәләкин хәсрәт менән күңелем сырхау. Ауыр йөк кеүек хәсрәт баҫып китте, Аһ, дәриға, инде дарман кемдән һорау! Ҡайғынан күңелгә ҡан аралашҡан, Һәр яҡтан ҡайғы-хәсрәт, ҡара басҡан. Хәсрәтте тирә-яҡҡа өйөп ҡуйған, Бәхетте бер хоҙайым күккә аҫҡан. Алдымда үтәлмаҫлыҡ ҡара һыҙыҡ Һыҙылғанға, һәр ваҡытта күңелем һыныҡ. Үтә ғүмер, рәхәт юҡ, сәғәҙәт юҡ, Донъяла тороуымдан тапмайым ҡыҙыҡ. 1910 Стихи ко Дню Победы | |||
| |||
Прочитано 1697 раз(а) Перейти к содержанию: Мажит Гафури, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |